Башҡорт теленән олимпиада

9-11 октябрь 2024 йыл

Проект тураҺында

9-11 октябрҙә Башҡорт теленән олимпиада үткәрелә.

Был проект Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылары: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдә онлайн-тест һорауҙар әҙерләнгән:

  1. Башланғыс кимәл - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
  2. Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
  3. Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Олимпиадала ҡатнашыу өсөн беҙҙең сайтта теркәлергә кәрәк. Тест үтеү ваҡыты 45 минут, максималь 100 балл йыйырға мөмкин. Олимпиаданан һуң йыйылған балдар менән олимпиаданы үтеү тураһында сертификат алаһығыҙ.

Нисек ҡатнашырға

  • 1. Basholimpiada.ru сайтына инегеҙ
    Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 9 октябрҙән 11 октябргә тиклем basholimpiada.ru сайтына инегеҙ.
  • 2. Теркәлеү
    Сайтта теркәлгән ҡатнашыусылар ғына тест үтә ала
  • 3. Тест үтегеҙ
    Өс кимәлдең береһен һайлағыҙ һәм 30 һорауға яуап бирегеҙ. Олимпиаданы үтеүгә 45 минут бирелә.
  • 4. Сертификат алығыҙ
    Тест тамамланғас, йыйылған балдар менән сертификат алаһығыҙ. Олимпиада тамамланғандан һуң белемде үҙ аллы тикшереү өсөн бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыласаҡ.
Радий Хәбиров - Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Ҡәҙерле дуҫтар!

Башҡорт теле – Башҡортостан халҡының дөйөм байлығы һәм мираҫы. Үҫеп килгән быуындар өсөн уны һаҡлап ҡалдырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Балалар һәм йәштәрҙә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.

Беҙҙең педагогтарыбыҙ заманса уҡытыу методикалары өйрәнә, йәш уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр тел өйрәнеүгә яңы ҡараш булдыра, сағыу проекттар булдырыла – уларҙың иң яҡшыларына гранттар менән ярҙам итәбеҙ. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса атҡарылған эштәрҙең бәләкәй өлөшө генә был.

Башҡорт теленән онлайн-олимпиада – туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән тағы бер ҡыҙыҡлы форматтарҙың береһе. Уның башҡорттарҙың үҙҙәренә генә түгел, ә башҡорт телен өҫтәлмә тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыуы мөһим.

Барығыҙға ла яҡшы һөҙөмтәләр теләйем!

Радий Хәбиров
Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Ярҙам кәрәкме?

Әгәр теркәлеү, олимпиада үтеү йәки сертификат алыу буйынса ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ:

+7(347) 246-58-24