Ответы

⁣1. «Шәжәрә» һүҙе нимәне аңлата:

Правильный ответ:

генеалогик йылъяҙма

⁣2. «Урал батыр» эпосын яҙып алған танылған фольклорсы:

Правильный ответ:

М. Буранғолов

⁣3. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырының авторы:

Правильный ответ:

М. Аҡмулла

⁣4. Башҡорт телендә бирелгән һүҙҙе билдәләгеҙ:

Правильный ответ:

йондоҙҙар

⁣5. Башҡорт телендә бирелгән һүҙҙе билдәләгеҙ:

Правильный ответ:

ҡатын-ҡыҙ

⁣6. Башҡорт халҡының милли геройы:

Правильный ответ:

Салауат Юлаев

⁣7. Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле кемдең исемен йөрөтә

Правильный ответ:

Фәйзи Ғәскәров

⁣8. Башҡорт халҡының иң билдәле музыка ҡоралы

Правильный ответ:

ҡурай

⁣9. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы

Правильный ответ:

Өфө

⁣10. Өфө ҡалаһында ойошторолған Рәсәй хоккей командаһы

Правильный ответ:

Салават Юлаев

⁣11. Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-күңел асыу телеканалы

Правильный ответ:

БСТ

⁣12. Билдәле башҡорт эпосы

Правильный ответ:

Урал батыр

⁣13. Башҡорт телендә булған өндәрҙе билдәләү өсөн нисә махсус хәреф ҡабул ителгән?

Правильный ответ:

9

⁣14. Башҡорт теленән башҡа төрки телдәргә ниндәй телдәр ҡарай?

Правильный ответ:

Татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ

⁣15. Йырҙа ниндәй шәхес тураһында һүҙ бара: «Утта янмай, һыуҙа батмай, Һай, батыр ҙа ир икән»:

Правильный ответ:

Миңлеғәле Шайморатов

⁣16. Башҡорт алфавитына хас хәрефтәр ниндәй рәттә күрһәтелгән?

Правильный ответ:

Әә, Үү, Ғғ, Ҙҙ,Ҡҡ

⁣17. Башҡорттар ниндәй халыҡтарға инәләр:

Правильный ответ:

төрки

⁣18. Башҡорт теленең һуҙынҡы хәрефтәренән торған рәтте күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

Әә, Үү, Өө

⁣19. Башҡорт теленең тартынҡы хәрефтәренән торған рәтте күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

Әә, Ңң, Ҫҫ

⁣20. Башҡорт теле ниндәй төҙөлөшлө телдәргә ҡарай:

Правильный ответ:

агглютинатив

⁣21. Күплек һанда бирелгән һүҙҙе күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

балалар

⁣22. Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан мәмерйә палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең ташҡа төшөрөлгән һүрәттәре менән билдәле:

Правильный ответ:

Шүлгәнташ мәмерйәһе

⁣23. Башҡорт театрының тәүге актрисаларының береһе:

Правильный ответ:

Бәҙәр Йосопова

⁣24. Ҡайҙан был юлдар:

«Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти»:

Правильный ответ:

Урал батыр

⁣25. Төрөк һәм монгол халыҡтарының боронғо ҡатын-ҡыҙ алиһәһе:

Правильный ответ:

Һомай

⁣26. Айҙар, Ғабдулла, Вәзир ниндәй әҫәрҙең төп геройҙары:

Правильный ответ:

Өс таған

⁣27. «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» шиғырының авторы:

Правильный ответ:

Мостай Кәрим

⁣28. Башҡорт орнаментының тәкә мөгөҙө рәүешендә эшләнгән иң киң таралған элемент:

Правильный ответ:

Ҡусҡар

⁣29. Боронғо башҡорттарҙың торлаҡтары:

Правильный ответ:

Тирмә

⁣30. Башҡорттарҙың иң боронғо һәм популяр шөғөлдәренең береһе:

Правильный ответ:

Солоҡсолоҡ

⁣31.Омонимдарҙы күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

Баҫма-баҫма

⁣32.Антонимдарҙы күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

Аҡ-ҡара

⁣33. «Ҡыҙыл паша» исемле танылған дипломат:

Правильный ответ:

Кәрим Хәкимов

⁣34. Ҡайһы һүҙҙә «ә» хәрефе генә төшөп ҡалған:

Правильный ответ:

м...р...к...

⁣35. Күрһәтеү алмаштарын һайлағыҙ:

Правильный ответ:

был, ошо, шул

⁣36. Шиғырҙың авторын билдәләгеҙ:

«Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын»:

Правильный ответ:

Рәми Ғарипов

⁣37. Балалар өсөн башҡорт телендәге журнал:

Правильный ответ:

Аҡбуҙат

⁣38. Уртаҡлыҡ исемдәренән торған рәтте күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

Өй, тәҙрә

⁣39. Яңғыҙлыҡ исемдәрен күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

Айсулпан, Өфө

⁣40. Кемдән? Нимәнән? ниндәй килеш һорауҙары:

Правильный ответ:

Сығанаҡ килеш

⁣41. «Ҡыҙылыраҡ» һүҙе сифаттың ниндәй дәрәжәһендә бирелгән:

Правильный ответ:

Сағыштырыу

⁣42. Мин, һин, ул ниндәй алмаш төркөмсәләренә ҡарай:

Правильный ответ:

Зат

⁣43. Мин иртәгә ҡайтасаҡмын - һөйләмдә ҡылымдың заман формаһын билдәләгеҙ

Правильный ответ:

Билдәле киләсәк заман

⁣44. Йырла, ҡайт, кил һүҙҙәре ҡылымдың ниндәй һөйкәлешендә бирелгән:

Правильный ответ:

Бойороҡ

⁣45. Ах, ай, уй, сип-сип кеүек кешеләрҙең хис-тойғоларын, йән эйәләренең, предметтарҙың тауыштарын сағылдырыусы һүҙҙәр нимә тип атала:

Правильный ответ:

Ымлыҡтар

⁣46. Башҡорт алфавитында нисә хәреф:

Правильный ответ:

42

⁣47. Тамға, ағас, ҡош, оран нимәнең билдәләре:

Правильный ответ:

Ырыу

⁣48. «Биткә ҡыҙыллыҡ килтереү» нимә була:

Правильный ответ:

Фразеологизм

⁣49. Гидронимды билдәләгеҙ:

Правильный ответ:

Ағиҙел

⁣50. Хәҙисә исеме ниндәй төркөмгә ҡарай:

Правильный ответ:

Антропоним

⁣1. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе –

Правильный ответ:

ысынбарлыҡтағы төшөнсәнең һүҙ ярҙамындағы сағылдырылышы

⁣2. Түбәндәге һүҙҙәрҙә ниндәй тел күренеше күҙәтелә?

Эшләпә, арыш, эҫкерт, өҫтәл

Правильный ответ:

протеза

⁣3. “Башлы-күҙле булыу” фразеологизмы ниндәй мәғәнә аңлата?

Правильный ответ:

өйләнеү, кейәүгә сығыу

⁣4. Шиғырҙа билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй тел күренешен белдерә?

Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын- йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен

Правильный ответ:

омоним

⁣5. Хатаһыҙ яҙылған юлды күрһәтегеҙ:

Правильный ответ:

ватыҡ, Донбассҡа, клубында, ниһайәт

⁣6. Нығынған һүҙбәйләнеш булған һөйләмде табырға:

Правильный ответ:

Гөлнур аҡса ҡайҙан табырға белә алмай баш ватты

⁣7. Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килә? Ләйләгә сәскә бирҙеләр.

Правильный ответ:

тултырыусы

⁣8. «Көҙ. Урман. Ергә ҡойолған япраҡтар» тигән һөйләмдең төрөн билдәләргә:

Правильный ответ:

Атама һөйләм

⁣9. Һөйкәлеш, зат, заман, йүнәлеш – ниндәй һүҙ төркөмөнөң морфологик категориялары

Правильный ответ:

Ҡылым

⁣10. Ҡайһы юлда ялғау дөрөҫ яҙылмаған?

Правильный ответ:

Тормошты

⁣11. Түбәндәге һүҙҙәр төркөмөнән күп мәғәнәгә эйә булғанын билдәләгеҙ:

Правильный ответ:

Эйә, хәбәр, рәүеш, ялғау, һыҙыҡ, йәйә, тырнак

⁣12. 1929 йылда баҫылып сыҡҡан латиницаға нигеҙләнгән тәүге башҡорт “Әлифба”һының авторы кем?

Правильный ответ:

Ғәббәс Дәүләтшин

⁣13. Бирелгән һөйләмдә билдәләнгән һүҙ ниндәй төркөмгә ҡарай?

Ғилемлек – даръялыр,
Ҙур рыялыҡ булмаһа;
Аҡыллы әҙәм – олуғтыр,
Асыуы артыҡ булмаһа...
(М. Аҡмулла)

Правильный ответ:

Архаизм

⁣14. «Ер үҙенә һөйөү менән ҡарағандарҙы, үҙен аңлағандарҙы ғына ярата». Аҫтына һыҙылған исемләшкән ҡылымдарҙың төркөмсәһен билдәләргә:

Правильный ответ:

Сифат ҡылым

⁣15. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен билдәләгеҙ

Правильный ответ:

Бәйләүес, теркәүес, киҫәксә

⁣16. Телдәрҙең үҫеш тарихының дәүерҙәрен билдәләргә:

Правильный ответ:

Ырыу теле, ҡәбилә теле, халыҡ теле, милли телдәр

⁣17. Ҡайһы һөйләмдә сифат исем урынында килгән?

Правильный ответ:

Ялҡау ике эшләр.

⁣18. 1950 йылда донъя күргән "Башҡорт теленең грамматикаһы" тигән фундаменталь ғилми хеҙмәт авторы

Правильный ответ:

Дмитриев Н.К.

⁣19. «Башҡорт теленең фонетикаһы», «Урал-алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы», «Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше» һәм башҡа бик күп ғилми хеҙмәттәр, «Туғандар һәм таныштар» романының авторы

Правильный ответ:

Жәлил Кейекбаев

⁣20. Башҡорт ойконимдарын монографик планда өйрәнеүсе ғалимә

Правильный ответ:

Хисамитдинова Ф.Ғ.

⁣21. «Башҡорт диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә» тигән монография авторы, «фән Робинзоны», ХХ быуаттың 50-се йылдар башынан уҡ башҡорт тел ғилеменә көнбайыш диалект күренештәрен индереү яғында булған телсе-ғалим

Правильный ответ:

Байышев Т.Ғ.

⁣22. Ябай һөйләмде билдәләргә

Правильный ответ:

Һуҡыр төлкө хәйләһеҙ булған, ғәҙеллекте яратаҡан. (Башҡорт халыҡ әкиәте)

⁣23. Билдәләү алмашы булған һөйләмде күрһәтегеҙ

Правильный ответ:

Гөлөм әйтте: Көллөһө лә
Был донъяла ҡуҙлана.
(Т. Искәндәриә)

⁣24. Берәй предметтың йәки заттың эшен, хәлен, торошон һәм хәрәкәтен процесс булараҡ белдергән һүҙ төркөмөн күрһәтегеҙ

Правильный ответ:

Ҡылым

⁣25. Бүлем һандары булған һөйләмде билдәләгеҙ

Правильный ответ:

Былар икешәр-өсәр кеше бергә йыйылып, кисәге эш тураһында һөйләйҙәр. (М. Ғафури)

⁣26. Батырша восстаниеһы тураһындағы романдың авторын һәм исемен күрһәтегеҙ

Правильный ответ:

Ғайса Хөсәйенов «Ҡанлы 55»

⁣27. Кисенбикә Байрасова тураһында әҫәр яҙған авторҙарҙы күрһәтегеҙ

Правильный ответ:

М. Бураҡаева, С. Әбүзәр, Л. Абдуллина

⁣28. «Әҙәм балалары әсәйҙән яртышар ғына булып тыуа...“Эй, бахырҡайым, – тим, үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине», – тимен. Табышмаһалар, күктәге бихисап йондоҙҙар кеүек емелдәшеп, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөр инде бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул ҡәҙәр күп булмаҫ ине. Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәтәрҙәрҙән һаҡлай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме – мөхәббәт».

Ошо һүҙҙәрҙе М. Кәримдең ниндәй әҫәрендә ҡайһы герой әйтә?

Правильный ответ:

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», Оло инәй

⁣29. А.С. Пушкиндың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итеп, «Ҡыҙыл ҡанат, алтын суҡышлы ҡош» китабын сығарған әҙибә

Правильный ответ:

А. Йәғәфәрова

⁣30.

Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар,
Телдән ҡалғаным бар минең дә.
Яҙмышым шул,
Бәхетем шул, тиеп,
Көндәй күргәнем бар миңен дә…

Тик һуңынан өмөт юҡҡа сыға,
Тулҡыныуҙан тына йөрәгең
Күләүектә лә бит
Тәүҙә шулай
Диңгеҙ тәрәнлеген күрәһең

Был шиғырҙың авторы кем?

Правильный ответ:

Рәми Ғарипов

⁣31. «Туған тел – ата-әсәләребеҙҙең беҙгә иң ғәзиз бүләге. Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге. Туған тел – ул илебеҙҙең ил-йорт терәге». Ғ. Хөсәйеновтың «Тере тарих» парсаһында ниндәй стилистик фигура ҡулланылған?

Правильный ответ:

Анафора

⁣32. Октябрь революцияһы осоронда башҡорт музыкаһын һәм йырҙарын өйрәнгән белгес?

Правильный ответ:

C. Рыбаков

⁣33. Һабрау йырау ҡайһы ҡобайыр геройы?

Правильный ответ:

«Иҙеүкәй менән Мораҙым»

⁣34. Муйыны – дуға, арҡаһы – эйәр. Был йомаҡ ниндәй төркөмгә ҡарай?

Правильный ответ:

Образлы йомаҡ

⁣35. «Алдар менән Зөһрә» эпосын кем рус теленә тәржемә иткән?

Правильный ответ:

Т.С. Беляев

⁣36. «Шәйхзада Бабич. Тормошо һәм ижады» монографияһының авторы кем?

Правильный ответ:

Р. Бикбаев

⁣37. «Был йәйләү бик иҫке замандарҙан бирле маҡталып килгән бай йәйләүҙәрҙең береһе. Элек бында Айҙаҡай ауылының бөтә халҡы сығып йәйләй торған булған. Хәҙер инде, ярлы башҡорттар үҙ ерҙәрен мәңгегә һата башлаған замандан алып, ер Ныязғол бай ҡулына инеп бөткән дә, шулар эсендә Баланлы йәйләүе лә уға күскән». Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?

Правильный ответ:

Һ. Дәүләтшина «Ырғыҙ»

⁣38.

Ҡатын-ҡыҙҙы, ир-атты,
Айырмаҫтан йәш-ҡартты,
Ҡул-аяғын бәйләтеп,
Арыуҙарын һайлатып,
Йыл да бер ҡат йыйҙыра,
Һарайына алдыра;
Ҡыҙы һайлай егетен,
Үҙе һайлай ҡыҙ-ҡырҡын

«Урал батыр» эпосынан был өҙөктә ниндәй илдәге ваҡиғалар тураһында һүҙ бара?

Правильный ответ:

Ҡатил иле

⁣39. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм яҙыусыларҙы атағыҙ.

Правильный ответ:

Ҡ. Даян, М. Хәй, Н. Нәжми, Ғ. Рамазанов

⁣40. Башҡорт урмандары яҙмышын, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен үҙенең төп ижади темаһы итеп билдәләүсе Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһын атағыҙ

Правильный ответ:

Ноғман Мусин

⁣41.

Ҡатындар «ҡамасау» тип асыуланды,
Аңғармаҫтан Йософ күҙҙәренә салынды,
Күреп, барыһы ла телһеҙ ҡалды,
Әфлисун тип, бармаҡтарын киҫер имде.

Йософҡа бағып улар сихырланды,
Һиҙмәйенсә һаман бармағын тураны,
Ҡулдарының киҫелгәнен дә тойманы,–
Барса ҡатындар ҙа хайран булған имде.

Урал-Волга буйында киң таралған, Болғар осоронан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килгән әҫәрҙән алынған был өҙөктөң авторы кем?

Правильный ответ:

Ҡол Ғәли

⁣42.

Һауларҙа осҡан ағуна,
Ҡанаттары талып ҡағына.
Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла

Был юлдарҙың авторы кем?

Правильный ответ:

Салауат Юлаев

⁣43. З. Биишеваның Юлдаш менән Ҡыҙырас исемле малайҙарҙың ғәҙәти тормошта үҙ-үҙҙәрен тотоуҙарын, уларҙың характерҙарын асыуға ҡоролған әҫәре

Правильный ответ:

«Дуҫ булайыҡ»

⁣44. «Әкиәттә хәҡиҡәт» хеҙмәтенең авторы кем?

Правильный ответ:

Әхмәт Сөләймәнов

⁣45. Ҡаты, ауыр, киҫкен һүҙҙәрҙе, дорфа йәки оятһыҙ мәғәнәләрҙе йомшартып икенсе һүҙҙәр, фразалар менән кинәйәле аңлау, аңлатыу сараһы нисек атала?

Правильный ответ:

Эвфемизм

⁣46. «Әҙип һәм ғалимдары булмаған ҡәүем – бәхетһеҙ, мәшһүр әҙәмдәре булмаған халыҡ – яҡлаусыһыҙ, әҙәбиәте булмаған – рухһыҙ». Был һүҙҙәрҙең авторы кем?

Правильный ответ:

Риза Фәхретдинов

⁣47. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе ғалим

Правильный ответ:

Ғиниәт Ҡунафин

⁣48.

Яндырылған ауылдарҙың һағышы беҙ -
Йәнебеҙҙе көлдән эҙләп табышығыҙ!
Беҙҙең алда таҙа булһын намыҫығыҙ:
«Беҙ бөтмәнек!
Мин - башҡорт тип танышығыҙ!»

Был юлдарҙың авторы кем?'

Правильный ответ:

Зөлфиә Ханнанова

⁣49. Индриль, Новиков, Байғужа, Булат кемдең ниндәй әҫәренең геройҙары?

Правильный ответ:

Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан» романы

⁣50. «Һуҡырҙың теләгәне - ике күҙ. Ике күҙленең теләгәне матур йөҙ. Күҙҙең нәфселеһе - күҙ зинаһы. Зина - гөнаһ, боҙоҡлоҡ бинаһы». Ғ.Хөсәйеновтың был парсаһында ниндәй рифма ҡулланылған?

Правильный ответ:

Йәнәш рифма

  1. 1958 йылда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт диалекттары һәм уларҙың тарихына ҡыҫҡаса инеш» исемле күләме мәҡәләнең авторы кем:

Правильный ответ:

Ж.Ғ. Кейекбаев

  1. Н.Х. Мәҡсүтова һәм Н.Х. Ишбулатов мөхәррирлегендә әҙерләнгән «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге»нең I томы нисәнсе йылда баҫылып сыға?

Правильный ответ:

1967 й.

  1. «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге»нең I томы ниндәй диалект һүҙҙәрен берләштерә:

Правильный ответ:

Көнсығыш

  1. Төньяҡ-көнбайыш диалектында «апа» һүҙе ниндәй мәғәнәлә ҡулланыла?

Правильный ответ:

Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙға өндәшеү

  1. Көнсығыш диалектында «апа» һүҙе ниндәй мәғәнәлә ҡулланыла?

Правильный ответ:

Атайҙың, әсәйҙең ағаһы

  1. Эйек-һаҡмар һөйләшендә «бабай», «бауай», «быуай» тип кемгә өндәшәләр?

Правильный ответ:

Бирелгән яуаптарҙың барыһы ла дөрөҫ

  1. Белорет, Салауат, Балаҡатай, Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан райондарында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү теле ниндәй диалектҡа ҡарай?

Правильный ответ:

Көнсығыш диалект

  1. Дим һөйләшендә «сәпсек» тип ниндәй ҡошто атайҙар?

Правильный ответ:

Турғай

  1. Ҡариҙел һөйләшендә «сүмес» ниндәй мәғәнәлә ҡулланыла?

Правильный ответ:

Ижау

  1. Эйек-һаҡмар һөйләшендә «сүмес» ниндәй мәғәнәлә ҡулланыла?

Правильный ответ:

Һөҙгөс

  1. «Сыр һөйләп ултырғанда ул әңгәмә һөйләне». Был һөйләмдә «сыр» ниндәй мәғәнә йөрөтә?

Правильный ответ:

Сер

  1. Ҡыҙыл һөйләшендә «сырылдаҡ» һүҙе нимә аңлата?

Правильный ответ:

Һабан турғайы

  1. Урта урал һөйләшендә «быжыҡ» һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Сибек

  1. Дим һөйләшендә «гөмбә» һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Ҡыу бәшмәк

  1. Дим һөйләшендә «динсеҙ» һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Үҙ һүҙле

  1. Эйек-һаҡмар һөйләшендә «донйа», «дөнйа» һүҙҙәре ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Бик күп

  1. Мейәс һөйләшендә «дәхи» диалект һүҙе нимә аңлата?

Правильный ответ:

Тағы

  1. Белорет районы Асы ауылы һөйләшсәһендә «тупар» һүҙе нимә аңлата:

Правильный ответ:

Еләк

  1. Салауат районында «тәгәс» һүҙен ниндәй мәғәнәлә ҡуланылар?

Правильный ответ:

Сынаяҡ

  1. Төньяҡ-көнсығыш диалектында «жәйкә», «жәйпәк» һүҙҙәре нимәне аңлата?

Правильный ответ:

Сынаяҡ аҫты

  1. «Йоҡ, барам». Әй һөйләшендә «йоҡ» һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Юҡ

  1. Әҙәби телдәге «картуф»һүҙенә әй һөйләшендәге ниндәй лексик диалектизм тура килә?

Правильный ответ:

Бәрәңге

  1. Әҙәби телдәге «картуф»һүҙенә ҡариҙел һөйләшендәге ниндәй лексик диалектизм тура килә?

Правильный ответ:

Картүк

  1. Әҙәби телдәге «картуф» һүҙе эйек-һаҡмар һөйләшендә ниндәй лексик диалектизмы тура килә?

Правильный ответ:

Кәртүк

  1. Урта һөйләш таралған территория:

Правильный ответ:

Башҡортостан Республикаһының Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Архангель райондарында, Белорет районың Инйәр буйында, Иглин районы Ләмәз буйында башҡорт ауылдары.

  1. XX быуаттың 20-30-cы йылдарында «ҡыуаҡан» термины менән ниндәй диалектты атағандар?

Правильный ответ:

Көнсығыш диалект

  1. XX быуаттың 20-30-cы йылдарында «юрматы» термины менән ниндәй диалектты атағандар?

Правильный ответ:

Көньяҡ диалект

  1. Башҡорт һөйләштәрен ырыу-ҡәбилә атамалары менән исемләргә тәҡдим иткән ғалим?

Правильный ответ:

Ж. Кейекбаев

  1. Профессор Н. Дмитриев ҡайһы диалект вәкилдәрен «таҙа башҡорт телендә һөйләшкән» тип атаған?

Правильный ответ:

Көнсығыш диалект вәкилдәре

  1. Профессор Н. Дмитриев «таҙа башкорт теле» термины аҫытында нимәне аңлата?

Правильный ответ:

Был һөйләш вәкилдәренең теле башҡа телдәрҙең йоғонтоһон кисермәгән.

  1. Революцияға тиклем башҡорт диалектологияһына нигеҙ һалыусы, тип Ж. Кейекбаев кемде атаған?

Правильный ответ:

А.Г. Бессонов

  1. А.Г. Бессонов “Букварь для башкир” китабында өс дилектты күрһәтә: «С.Б.», «Ю.Б.», «К.Б.» тип курһәтә. Улар нимәне аңлата?

Правильный ответ:

«Южные башкиры», «Северные башкиры», «Катайские башкиры»

  1. “ Ҫыу буйында ҫуған сәстем, ҫыулар ҫибеп үҫтерҙем” һөйләме ниндәй һөйләшкә ҡарай?

Правильный ответ:

Дим һөйләше

  1. “Анта мынта йөрөгәнтә, балта, бысаҡ ҡулымта” һөйләме ниндәй һөйләшкә ҡарай?

Правильный ответ:

Урта һөйләше

  1. Әй һөйләшендә «таҙа» һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Таҙа (чистый)

  1. Арғаяш һөйләшендә «таҙа» һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Һимеҙ (кеше)

  1. Дим һөйләшендә “көрән” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Фиолетовый

  1. Өршәк һөйләшендә “һоро” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Коричневый

  1. Егән һөйләшендә “һоро” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Серый

  1. Егән һөйләшендә “көрән” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Коричневый

  1. Әй һөйләшендә “зәһәр” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Бик шәп

  1. Һаҡмар һөйләшендә “зәһәр” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Үткер

  1. Ғәйнә һөйләшендә “зәһәр” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Бик (очень)

  1. Урта урал һөйләшендә “зәһәр” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Дан (замечательный)

  1. Мейәс һөйләшендә “тартма” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Быума сире (припадок)

  1. Әҙәби телдәге “алҡа” һүҙе ғәйнә һөйләшендә ниндәй һүҙ менән йөрөтәлә?

Правильный ответ:

Сулпы

  1. Әҙәби телдәге “алҡа” һүҙе әй һөйләшендә ниндәй һүҙ менән йөрөтәлә?

Правильный ответ:

Һырға

  1. Мейәс һөйләшендә “ултырыу” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Йәшәү, тороу

  1. Төньяҡ-көнбайыш диалектында «атау» һүҙ нимәне аңлата:

Правильный ответ:

Утрау, аҡлан

  1. Ғәйнә һөйләшендә “әкәй” һүҙе ниндәй мәғәнә белдерә?

Правильный ответ:

Өләсәй

Требуется помощь?

Если у вас возникли трудности с регистрацией, техническими аспектами прохождения теста или получением сертификата, обращайтесь по телефону АНО по сохранению и развитию башкирского языка:

+7(347) 246-58-24